Был автобустар 21 районға китте. Улар - Баймаҡ, Белорет, Балаҡатай, Благовар, Бөрйән, Ғафури, Дүртөйлө, Иглин, Ишембай, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Кушнаренко, Тәтешле, Туймазы, Өфө, Хәйбулла райондары, Нефтекама, Салауат һәм Өфө ҡалалары һәм өс дәүләт белем биреү ойошмаһы. Был - 28 “ПАЗ”, ике “ГАЗ-вездеход”, алты “ГАЗ Next”, бер “КАВЗ” автобустары.
Һуңғы өс йыл дауамында федераль һәм республика бюджеттарынан даими рәүештә автобус паркы яңыртыла. Был иҫкергән автобустарҙы ваҡытында иҫәптән төшөрөү һәм яңы маршруттар индереү мөмкинлеген бирҙе. Бөтә мәктәп автобустары ла ГЛОНАСС йәки ГЛОНАСС/GPS юлдаш аппаратураһы һәм тахографтар менән йыһазландырылған.