+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Декабрь 2019, 14:00

“Бер телдән дә телем кәм түгел”

13 декабрҙә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатында “Ғарипов уҡыуҙары“ төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте. Быйыл ул күләмле юбилейҙарға һәм Башҡорт теле көнөнә арналды. Конференцияның эшендә ошо уҡыу йортон тамамлаусы билдәле шәхестәр: тарих фәндәре докторы, профессор М.М. Ҡолшәрипов, филология фәндәре докторы, профессор М.Ғ.Усманова, Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты, филология фәндәре докторы М.Х.Иҙелбаев, БР Мәғариф министрлығынан Б.И.Зиннуров, "Йәншишмә” гәзитенең баш мөхәррире М.Ғ.Юнысов, “Шоңҡар” журналың баш мөхәррире М.С.Ҡунафин, “Башҡортостан уҡытыусыһы“ журналының булек мөдире Г.Ф.Шаһиева, РФ-ҙың халыҡ артисткаһы Т.Д.Бабичева һәм башҡалар ҡатнашты.

Конференцияның пленар өлөшө тамамланғас, тематик секциялар эше ойошторолдо. Алты секцияла республиканың төрлө район-ҡалаларының гимназия-лицейҙарынан килгән 70-ләп уҡыусы үҙ эшен яҡланы. Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт-гимназия интернатының 11-се класс уҡыусыһы Наҙгөл Шәфиева “Бер кемдән дә телем кәм түгел” секцияһында баһалама ағзаларына үҙе башҡорт теленә тәржемә иткән билдәле рус яҙыусыһы К.Г.Паустовскийҙың “Драгоценная пыль” хикәйәһенә эшләгән буктрейлерын тәҡдим итте. Секцияла тыңланылған 16 уҡыусының эҙләнеү эше араһынан һайланып алынып, Наҙгөлдөң хеҙмәте Мәғариф министрлығының 3 дәрәжә Дипломына лайыҡ булды. Конфереция аҙағында килгән ҡунаҡтарға һәм ҡатнашыусыларға гимназия уҡыусылары тарафынан әҙерләнгән Наил Ғәйетбаевтың “Моңдар ҡайтһын ауылға“ драмаһынан өҙөк тәҡдим ителде. Саранан бөтәһе лә ысын мәғәнәһендә тел байрамы ойошторған гимназия коллективына ҙур рәхмәт әйтеп, рух күтәренкелеге алып таралышты.
Зөһрә ИСЕРГАКОВА,
Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт
гимназия-интернатының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Читайте нас: