-5 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Декабрь 2019, 02:20

Милли проект сиктәрендё ФАП асылды

Кисә Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Ул “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы төҙөлдө.

Ауыл ерендә йәшәүселәргә юғары сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү - “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаттарының береһе. Ошо программа сиктәрендә республиканың төпкөл ауылдарында ла фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылыуы матур күренешкә әйләнә бара.
Ишбирҙеләрҙең шатлығын уртаҡлашырға Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлшат Сирғәлина, Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Әлиә Әҙиәтова ла килде.
Ишбирҙе ауыл биләмәһе башлығы Гөлшат Иҫәндәүләтова белдереүенсә, медицина учреждениеһы бик тиҙ арала төҙөлгән. Төҙөлөш эштәрендә ауыл халҡы ла ҙур ярҙам күрһәткән, бигерәк тә бина буласаҡ урынды төҙөкләндереү, канализация өсөн шарттар тыуҙырыуҙа бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән Мөнир Дәүләткилдин, Динар Иҙелбаев һәм Мөнир Халиҡовтарға ҙур рәхмәтле ауыл халҡы.
Медицина учреждениеһында заманса шарттар булдырылған: пациентты ҡабул итеү, процедуралар эшләү, балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тәғәйенләнгән махсус кабинеттар бар. Бында үҙ эшенең оҫталары булып танылған аҡ халатлылар эшләй. Улар - Зөмәрә Халиҡова менән Фаиза Хәсәнова. Улар бөтәһе 517 кешене хеҙмәтләндерәсәк, шуларҙың 118-е - балалар.
Ишбирҙе ауылы өсөн күптән көтөлгән өр-яңы ФАП Яңы йыл алдынан ҙур бүләк булды.
#нацпроекты
Читайте нас: