Хәҙер ауыл халҡына сифатлы медицина ярҙамын өйҙәренән алыҫ китмәйенсә лә алыу мөмкинлеге бар. ФАП-ты асыу тантанаһына район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Стәрлетамаҡ медицина округы буйынса штаттан тыш баш белгесе Борис Шәрипов, үҙәк район дауаханаһының баш табибы Алик Йәнешев, ауыл халҡы һәм ҡунаҡтар ҡатнашты.