+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Декабрь 2019, 10:10

"Демография" милли проекты - һаулыҡ һағында

Аҙыҡ-түлектең таҙалығы, тәбиғилеге – йәмғиәт һаулығының, именлегенең, тыуым тотороҡлолоғоноң төп нигеҙе. Ошоно күҙ уңында тотоп, “Демография” милли проектына ярашлы комплекслы саралар тормошҡа ашырыла.

Һөт кухнялары булдырыу ҙа – шулар иҫәбендә. Билдәле булыуынса, был эш республика етәксеһе Радий Хәбировтың тәҡдиме менән башланып, “Демография” милли проектының “Башҡортостанда граждандарҙы сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеү системаһын формалаштырыу, шул иҫәптән сәләмәт туҡланыу һәм зарарлы ғәҙәттәрҙән баш тартыу” төбәк проектына индерелде.
Республика буйынса иң тәүге һөт кухняһы июлдә Стәрлетамаҡ ҡалаһында рәсми асылды.Артабан был эш төбәгебеҙҙең башҡа урындарында киң йәйелдерелә башланы. Иртәгә, 27 декабрҙә, Белорет ҡалаһында ла рәсми асыласаҡ.
Был проект – урында һөт фабрика-кухняһын һәм таратыу пункттарын ойоштороу – ҡала хакимиәтендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә октябрь аҙағына ҡаралғайны. Маҡсат – өс йәшкә тиклемге сабыйҙарҙы, шулай уҡ ауырлы һәм бала имеҙгән ҡатындарҙы медицина күрһәткестәренә ярашлы махсус балалар аҙыҡтары менән тәьмин итеү. Проектты тормошҡа ашырыу нигеҙендә 25 эш урыны барлыҡҡа киләсәк.
Билдәле булыуынса, “Демография” милли проекты биш федераль проекттан тора: “Балаһы тыуған ғаиләләргә финанс ярҙам”, “Ҡатындарҙың мәшғүллегенә булышлыҡ итеү – өс йәшкә тиклемге балалар өсөн мәктәпкәсә белем биреү шарттары тыуҙырыу”, “Өлкән быуын”, “Йәмғиәт һаулығын нығытыу”, “Спорт – йәшәү нормаһы”.
#нацпроекты
Читайте нас: