+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Декабрь 2019, 11:15

"Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты ғәмәлдә

Республика Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһе буйынса алданған өлөшсөләрҙең йорттарын төҙөп бөтөрөү эше дауам итә.

Әле “Көмөш шишмә” торлаҡ комплексындағы 9-сы йорттан фатир алған кешеләр оло ҡыуаныс кисерә – уларҙың түҙемһеҙлек менән көткән йорттары файҙаланыуға тапшырылды.
Ошо көндәрҙә төҙөүсе ойошма күп фатирлы йортто сафҡа индерҙе. Хәҙер 316 ғаиләгә фатир асҡыстары тапшырылырға тейеш. Әле Дим-9 биҫтәһен төҙөүсе ойошма ҡабул итеү һәм асҡыс тапшырыу буйынса эш алып бара. Әйткәндәй, йыл аҙағына тиклем “Яңы Булғаҡ” торлаҡ комплексындағы ике "һаҡаллы" төҙөлөштән тағы ла 69 ғаилә фатир аласаҡ.
Республикала Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын бойомға ашырыу буйынса ҙур эштәр атҡарыла. Ошо программа сиктәрендә намыҫһыҙ төҙөлөш ойошмаларынан зыян күргән өлөшсөләр ҙә оҙаҡ йылдар көткән фатирҙарын алып ҡыуаныр тигән өмөттәбеҙ.
#нацпроекты
Читайте нас: