-5 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Декабрь 2019, 15:25

"Һанлы иҡтисад" милли проекты сиктәрендә

Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдарын үтәү маҡсатында «Һанлы иҡтисад» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылыусы «Мәғлүмәт инфраструктураһы» федераль проектының тәүге этабы тамамланды.

"Башинформсвязь" компанияһы төбәктең социаль әһәмиәтле 722 объектына сүсле-оптик селтәр төҙөнө. 389 фельдшер-акушерлыҡ пункты, 215 мәғариф учреждениеһы, 88 ауыл хакимиәте һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының 30 бүлексәһе юғары тиҙлекле интернетҡа тоташыу мөмкинлеге алды.
- Милли проект сиктәрендә социаль әһәмиәткә эйә объекттарҙы интернетҡа тоташтырыу республика ауылдары эсендә элемтә инфраструктураһын үҫтереүгә ярҙам итә. Проектты ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә республика халҡы электрон хеҙмәттәргә инеү мөмкинлеге аласаҡ, - тип һөйләне һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.

- Беҙ өс ай эсендә республика буйынса бик ҙур күләмдә эш башҡарҙыҡ. Әлеге телеком-инфраструктура төбәктең киләсәктәге һанлы үҫеше өсөн ышаныслы нигеҙ буласаҡ, - тип асыҡлыҡ индерҙе "Башинформсвязь" компанияһының генераль директоры Сергей Алферов.
#нацпроекты
Читайте нас: