Ғәҙәттә, байрам осоронда янғын хәүефе һәм бәхетһеҙлек осраҡтары арта башлай. Матур байрамдың йәмен ебәрмәҫ өсөн ябай ғына ҡағиҙәләрҙе онотмаһағыҙ ине, райондаштар:
- шыршыны йылытыу приборҙарынан һәм сығыу урындарынан алыҫыраҡ һәм ныҡлы итеп урынлаштырығыҙ;
- шыршыны шәм, мамыҡ менән биҙәмәгеҙ, төҙөк электр гирляндалары ғына ҡулланығыҙ, өйҙән сыҡҡанда, йоҡларға ятҡанда уларҙы мотлаҡ һүндерегеҙ;
- фейерверк һәм пиротехник әйберҙәрҙе бары тик тышта, ҡаралтыларҙан хәүефһеҙ алыҫлыҡта аттырығыҙ, уларҙы аттырғанда эргә-тирәләге кешеләр йәрәхәтләнерлек, бешерлек булмаһын;
- балаларҙы пиротехник әйберҙәр, шырпы һәм зажигалка менән уйнауҙан тыйығыҙ, бының хәүефле икәнен аңлатығыҙ, кескәй балаларҙы шыршы янында үҙҙәрен генә ҡалдырмағыҙ;
- иҫерткес менән мауыҡмағыҙ, өйҙә, бигерәк тә түшәктә ятҡан йәки креслола ултырған килеш тәмәке тартмағыҙ. Бындай хәлдә, айырыуса эскән килеш, йоҡлап китеп, кейемгә, түшәк-яҫтыҡҡа ут төшөү хәүефе ҙур;
- торлаҡтың һәр бүлмәһенә янғын иҫкәрткесе ҡуйығыҙ – был үҙегеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың ғүмерен, һаулығын һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәк!
Янғын күрен ҡалһағыҙ, экстрен хеҙмәттәрҙең берҙәм номерына шылтыратығыҙ: 112.