Яңы йыл байрамдары үткәс, бынан бер нисә көн элек кенә өй йәме булып ултырған ҡупшыҡай шыршыларҙы сүплеккә сығарып ташлайбыҙ. Улар тирә-йүнде ҡотһоҙлап, сүпләп ята. “Экология” милли проектын ярашлы, 11, 12, 18, 19 ғинуарҙа Өфөлә экология акцияһы үтәсәк. Уның маҡсаты – ҡала халҡын ҡалдыҡтарҙы айырым йыйырға өйрәтеү һәм шыршыларҙы икенсел сеймалға әйләндереү. Уларҙы ҡаланың махсус 24 майҙансығында тапшырырға мөмкин.
Бынан тыш, 18 ғинуарҙа “Аркада” һәм “Купец” сауҙа үҙәктәре биләмәһендә лә ылыҫлы ағастарҙы йыйыу ойошторола.
Әйткәндәй, 2019 йылда был акцияла Өфөлә ике көндә 1000 тирәһе ағас эшкәртеүгә оҙатылған.
#нацпроекты