Радий Хәбиров Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының яңы поликлиникаһы нигеҙенә капсула һалды. Алты ҡатлы яңы поликлиника көнөнә 1500 пациентты ҡабул итергә мөмкин. Уны 2021 йылдың 31 декабренә төҙөп бөтөргә тейештәр.
Шулай уҡ Радий Хәбиров кисә республика дауаханаларының баш табиптарына 37 ашығыс ярҙам автомобилдәре - 5 реанимобиль һәм бөтә ерҙән үтә алған 32 машина ("УАЗ"-дар) асҡыстарын да тапшырҙы.
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һүҙҙәренсә, һуңғы йыл ярым эсендә республикала тармаҡҡа 200-гә яҡын ашығыс ярҙам машинаһы килде.
«С класлы биш автомобиль – реанимация ярҙамын күрһәтеү өсөн кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған реаномобилдәр. Уларҙы ауыр сирлеләрҙе республика клиникаларына алып барыу өсөн дә файҙаланыу ҡаралған. Бөгөнгә 190-дан ашыу тиҙ ярҙам автомобиле 5 йылдан күберәк файҙаланылған. Был һан кәмей, сөнки беҙ автопаркты әүҙем яңыртабыҙ, бөтә саҡырыуҙарҙың 98% пациентҡа 20 минут эсендә килеп етәләр», — тип һөйләне Максим Забелин.