+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Декабрь 2019, 22:20

80 мең белгес белемен камиллаштырасаҡ

Процестар фабрикаһы. Өфөлә хеҙмәт етештереүсәнлеген һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү буйынса милли проект сиктәрендә тренинг үҙәге эшләй башланы.

Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу һөм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү милли проекты сиктәрендә Рәсәйҙә 10 мең предприятиеға дәүләт ярҙамы күрһәтеү ҡарала. 80 мең белгестең «Һаҡсыл етештереү» системаһы буйынса белемен камиллаштырыу мөмкинлеге бар.Программа сеймал өлкәһендә булмаған иҡтисадттың төп тармағы предприятиеларына иҫәпләнгән.
Тәү сиратта төҙөлөш, ауыл хужалығы, эшкәртеү сәнәғәте, транспорт ойошмалары, быйылдан торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиелары мөмкинлек бирелә. Проектта 400 миллиондан 30 миллиард һумға тиклем аҡса әйләнеше һәм устав капиталында сит ил капиталы 25 проценттан юғары булмаған предприятиелар ҡатнашырға хоҡуҡлы.Башҡортостандан әле 60 предприятие милли проектта ҡатнашыу өсөн федераль компетанциялар үҙәге сайтында мөрәжәғәт ҡалдырған.
Йыл аҙағына тиклем уларҙың 50-һендә хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу һәм мәшғүлеккә булышлыҡ итеү алымдарын үҙләштереү ҡарала. «Һаҡсыл етештереү» системаһын үҙләштергән предприятиелар араһында Октябрьскийҙың БАСЭТ компанияһы ла бар. Ойошмала атом сәнәғәте өсөн ҡорамалдар етештерелә.
Етештереү линияһындағы үҙгәрештәрҙән тыш предприятие ҡағыҙ документ әйләнешенән баш тартҡан. Заказдар хәҙер тура цех етәкселәренең смартфондарына килә. Уларҙы раҫлауға ваҡыт та аҙыраҡ сарыф ителә. Был хеҙмәт етештереүсәнлегендә лә сағылыш тапҡан.
#нацпроекты
Читайте нас: