Баланың шатлығы эсенә һыймай. Күптәнге хыялы мөғжизә һымаҡ тормошҡа ашҡан. Гимнастика яһау өсөн уңайлы ҡорамалдар уларҙың өйҙәрендә урынлаштырылды. Хәрәкәтләнергә, уйнарға мөмкинлектәр артты.
Быйыл яҙҙан бирле ул балалар баҡсаһына йөрөмәй. Сабыйҙары йыш ҡына тиҙ арығанға ата-әсә табиптарға мөрәжәғәт иткән. Ҡыҙҙа киҫкен лимфобласт лейкоз сире асыҡланған. Дауалау курстарынан һуң ул үҙен яҡшы тоя.
Ксенияның яратҡан шөғөлө – һүрәт төшөрөү. Төҫлө ҡәләмдәре, буяуҙары күп. Ә бына спорт ҡоролмаһын алыу күптәнге теләге. Ҡыҙ әсәһе менән Ҡыш бабайға был турала хат яҙған һәм уларҙың үтенесе «Минең менән хыяллан» Бөтә Рәсәй проектына эләккән. Төбәк башлығы исеменән уны урындағы етәксе ҡотланы.