Республиканың социаль-иҡтисади үҫешенең айырым йүнәлештәре буйынса яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән ҡала һәм райондар лайыҡ булған гранттар быйыл тәүге тапҡыр бирелә. Улар 3 төркөмгә бүлеп баһаланған: ҡала округтары, административ үҙәге ҡала булған райондар һәм ауыл райондары. “Халыҡ менән иң яҡшы бәйләнеш” номинацияһында – Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Благовещен һәм Иглин райондары, Өфө ҡалаһының Октябрьский районы еңеүсе булған. “Инвестор менән диалог” номинацияһында – Ағиҙел ҡалаһы, Баймаҡ һәм Архангел райондары, “Таҙа муниципалитет” номинацияһында – Октябрьский ҡалаһы, Туймазы һәм Илеш райондары, “Сәләмәт муниципалитет” номинацияһында – Салауат ҡалаһы, Стәрлетамаҡ һәм Бөрйән райондары, “Уңайлы ауыл” номинацияһында – Учалы һәм Балтас райондары грант аласаҡ. Бынан тыш, федераль ҡануниәткә ярашлы, 2018 йылда урындағы үҙидара органдарының эш һөҙөмтәләре буйынса мониторинг үткәрелгән. Уның буйынса гранттар ҡала округтары араһында Кумертау ҡалаһына, административ үҙәге ҡала булған райондар араһында – Бәләбәй һәм Яңауыл райондары, ауыл райондары араһында – Өфө, Борай, Мишкә, Нуриман, Мәсетле һәм Ғафури райондары еңеү яулаған. Гранттарҙың дөйөм фонды – 75 млн һум тәшкил итә. Улар комплекслы баһалау рейтингы буйынса ҡала һәм райондарға бүленәсәк.