+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Ғинуар 2020, 13:30

“Фән” милли проектында һанлы технологиялар

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән тормошҡа ашырылған “Фән” милли проекты сиктәрендә Башҡортостан ғилми-белем биреү үҙәген төҙөү буйынса конкурста ҡатнаша.

Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты, фән докторы Әлфис Ғаязов белдереүенсә, беҙҙең төбәк өсөн өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе – углеводород тапҡанда һәм эшкәрткәндә һанлы технологияларҙы ҡулланыу.
– Беҙ бер нисә вариант эшләп ебәрҙек, – ти Әлфис Суфиян улы. – Беренсеһе углеводород менән бәйле. Икенсеһе – юғары технологиялы медицина ярҙамы. Өсөнсөнән, осоу аппараты һәм ерҙә энергия биреүсе ҡеүәтле ҡоролма төҙөү. Быны икенсе төрлө гибрид двигателдәр тиҙәр.
Ғалимдар иҫәпләүенсә, ошо проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн республика ҙур ҡеүәткә эйә, бында ғилми үҙәктәр төҙөү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар.
#нацпроекты
Читайте нас: