+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Ғинуар 2020, 20:30

Өфөлә боҙ батырҙар көс һынашты

2 ғинуарҙа баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары илдең иң көслө кешеһе - Эльбрус Ниғмәтуллин ҡатнашлығында мауыҡтырғыс шоу шаһиты булды.

"Боҙ баттл" тип исемләнгән спорт байрамына республика бәһлеүәндәре йыйылды. Улар төрлө ауырлыҡтарҙағы боҙ күтәреү, ырғытыу, шыуҙырыу ярышында ҡатнашып үҙ-ара көслөләрҙе асыҡланы.
Бер майҙанда 12 батыр көс һынашты. Ҡыҙыу ярыштарҙан боҙҙар сатнағандай булды. Әйткәндәй, ҡунаҡ ашына ҡарағанда күләмле спорт байрамдарында ҡатнашыу күпкә файҙалыраҡ, ти сараға килеүселәр.
"Боҙ баттл" шоуы башҡа спорт уйындары, йыр-бейеү, конкурстар менән үрелеп барҙы. "Терра ҡыш" фестиваленең икенсе көнөндә баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн ҡыҙыҡлы программа әҙерләнгән. Байрамда ҡатнашыусылар эттәр шоуын да күҙәтә алды. Ә кисен диджей Северҙан дәртле дискотека үтте.
Читайте нас: