+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Ғинуар 2020, 13:45

Милли проект сәләмәт тормошҡа саҡыра

Әле республикала спорт һәм сәләмәтлек декадаһы бара.

Был акция, әлбиттә, тәү сиратта сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалау, халыҡты әүҙем ял итеүгә йәлеп итеү һәм кешеләрҙең тормошон яҡшыртыу өсөн бик кәрәк.
Ошо маҡсатта республикалағы һәр муниципаль берәмектә төрлө спартакиадалар, чемпионаттар, күмәкләп конькиҙа, саңғыла шыуыуҙар һәм башҡа бихисап спорт саралары уҙғарыла.
Уларҙа мәғариф ойошмалары вәкилдәре, уҡыусылар, студенттар, төрлө ойошма-предприятие хеҙмәткәрҙәре, ветерандар һәм башҡалар ҡатнаша. Шулай итеп, 8 ғинуарға тиклем республикала йөҙәрләгән спорт сараһы ойоштороласаҡ.
Ошо декада айҡанлы барлыҡ ҡалаларҙағы һәм райондарҙағы физик культура-сәләмәтлек комплекстары, спорт һәм үҫмерҙәр клубтары, спорт залдары, стадиондар, бассейндар һәм башҡа спорт ойошмаларының ишектәре халыҡ өсөн асыҡ буласаҡ.
Башҡортостан – спорт биләмәһе. Бөгөн, мәҫәлән, Ғафури районында “Яңы йыл ғаилә уйындары-2020” ойошторолдо. Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы “Ҡышҡы спорт уйындары”нда өлкәндәр ҙә, балалар ҙа ҡатнаша. Уларҙы матур бүләктәр көтә!
Ә Салауат ҡалаһында быйма кейеп хоккей уйнаны. Был бит үҙе ғәжәйеп күренеш. Өҫтәүенә, ҡала халҡы ҡышҡы парк буйлап 2020 метр араны йүгереп үтте. Ошондай үҙенсәлекле саралар һәр төбәктә уҙғарыла.
Рәсәй Президенты Владимир Путин дәүләт эшмәкәрлегендә физик культура менән спорттың өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе икәнлеге хаҡында белдергәйне. “Демография” милли проектына “Спорт – тормош нормаһы” тигән федераль проект индерелеүе лә юҡҡа түгел.
Владимир Путиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, спорт менән шөғөлләнеү кешегә уй-хыялдарын тормошҡа ашырырға, көнкүреш сифатын яҡшыртырға ярҙам итә.
#нацпроекты
Читайте нас: