Тәүге тапҡыр үткәрелгән парадта республиканың төрлө район-ҡалаларынан, илебеҙҙең башҡа төбәктәренән килгән 300 йөҙҙән ашыу Ҡарһылыу баш ҡаланың Ленин, Пушкин урамдары буйлап үтә, Ҡунаҡһарай алдындағы майҙанда флеш-мобта ҡатнаша. Беҙҙең райондан парадҡа 20 Ҡарһылыу барған.