+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Ғинуар 2020, 21:05

Иң спортсы ғаилә билдәләнде

Бөгөн Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында “Яңы йыл ғаилә уйындары – 2020” республика турнирының район этабы үтте.

Район хакимиәтенең Физик культура һәм спорт бүлеге “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе менән берлектә ойошторған фестивалдә Юнысовтар, Рәхимовтар, Черновтар, Иҙрисовтар, Ҡотлобаевтар, Кинйәбаевтар, Юлдашевтар, Ишембәтовтар, Мөхәмәтйәновтар, Шаһиевтар, Хисаметдиновтар, Шәриповтар һәм Алтынбаевтар ғаиләләре ҡатнашты. Командалар программалағы “Күңелле старттар” уйынының төрлө эстафеталарында етеҙлектә, тиҙлектә, таҫыллыҡта көс һынаша.
Турнирҙың еңеүселәре Рәхимовтар ғаиләһе 18 ғинуарҙа Өфөнөң “Динамо” стадионында үтәсәк “Яңы йыл ғаилә уйындары - 2020” республика фестиваленең финалында район данын яҡлаясаҡ. Чемпиондарҙан бер мәрәйгә генә ҡалышып Шаһиевтар ғаиләһе - икенсе, Юнысовтар өсөнсө урынға лайыҡ булды. Еңеүселәргә дипломдар, миҙалдар, чемпиондарға “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһенең бүләге тапшырылды.
Читайте нас: