2, 3 ғинуарҙа М.Ғафури майҙанындағы Боҙ ҡаласығында өҫтәлмә белем биреү педагогтары: Ә.Д.Хажиева, Н.А.Шәйҙуллина, Ә.Р.Насирова, З.И.Баранова, Г.З.Ҡотлобаева ҡыҙыҡлы уйын-ярыштар уҙғарҙы. Уларҙа кескәйҙәр генә түгел, ата-әсәләр ҙә ҙур теләк менән ҡатнашты. Балалар йүгереп йөрөп уйнаны, татлы приздар алып шатланды. Кистәрен уҡыусылар Балалар ижады үҙәгендә педагогтар Е.В.Гайдай, О.П.Безовчук, Р.Й.Мирхәйҙәров, А.Р.Миңлебаев, С.В.Бакаева ойошторған Яңы йыл дискотекаларына йыйылды.