+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Ғинуар 2020, 18:20

Яңы йыл турниры

4 ғинуарҙа Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә уҡыусылар араһында яңы йыл шахмат турниры үтте.

Унда Красноусол мәктәптәренән 38 уҡыусы ҡатнашты. Өс йәш төркөмөндә барған уйында еңеүселәр түбәндәгесә билдәләнде: 2012 йылғы һәм унан бәләкәйерәктәр араһында Даниил Садыков - 1-се, Даниэль Солтанғолов – 2-се, Тимур Юламанов 3-сө урында, Рада Дьяконова – 1-се, Дарья Проценко - 2-се, Милана Дьяконова 3-сө урында, 2011 йылғы һәм унан бәләкәйерәктәр араһында Марат Ишмырҙин – 1-се, Егор Зюлькин – 2-се, Борис Шмитд 3-сө урында, Ясмина Әбдрәшитова – 1-се, Яна Тюрина 2-се урында булды. “Уҡыусылар” төркөмөндә Даниил Никифоров - 1-се, Динислам Әбдрәшитов – 2-се, Денис Әбулғаиров 3-сө, Алиса Тужикова – 1-се, Арина Солтанбәкова - 2-се, Дарья Иванова 3-сө урындарҙы алды.

Читайте нас: