+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Ғинуар 2020, 18:45

"Стоп суррогат" акцияһы бара

Республикала 4, 5, 6 ғинуарҙа алкоголь һатыу сикләнде. Закон үтәлдеме икән? “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Йәш гвардия”һы ағзалары ҡануниәт үтәлешен тикшереү өсөн сауҙа үҙәктәре буйлап рейд үткәргән. Шулай уҡ улар халыҡтың сигналы буйынса ла сыҡҡан.

“Стоп суррогат” акцияһының ҡыҙыу бәйләнешенә килгән сигнал буйынса, әүҙемселәр Өфөнөң Пушкин урамында “фанфурик” һатыусыларҙы тотҡан. “Йәш гвардия”ның етәксеһе Люция Юлуева хәбәр итеүенсә, бында йәшәгән кеше үҙенең шәхси йортонан һатып ятҡан. Контроль һатып алыуҙы 18 йәше тулмаған егет башҡарған. Әүҙемселәр полиция саҡыртҡан. Хоҡуҡ боҙоу тураһында протокол төҙөлгән. Яҡын арала был турала хәбәр иткән кеше ике мең һумлыҡ награда аласаҡ.
"Акция башланыу менән республика халҡынан суррогат алкоголь һатылыу тураһында меңдән ашыу хәбәр килгән. Адрестарға көн һайын беҙҙең әүҙемселәр сыға, – ти “Контроль” проекты координаторы Антон Буфетов. – Бөгөн сауҙа үҙәктәре бөтөнләй алкоголь һатманы, киләһе көндәрҙә 10-дан 14.00 сәғәткә тиклем генә һатыласаҡ. Беҙ был нормаларҙың үтәлешен дә тикшерәсәкбеҙ".
Шулай итеп, “Стоп суррогат” акцияһы шарттарына ярашлы, суррогат етештереүсе һәм һатыусылар тураһында хәбәр иткән граждандарға аҡсалата премия түләнәсәк. Етештереүселәр тураһында хәбәр итһәгеҙ – 50 мең һум, һатыусы тураһында мәғлүмәт бирһәгеҙ, 2 мең һум ҡаралған. Әгәр бындай кешеләр тураһында беләһегеҙ икән, “Халыҡ контроле” партия проектының [email protected] электрон адресына, Сауҙа буйынса дәүләт комитетының “Хәүефһеҙ мөхит” порталында (тәүлек әйләнәһенә) һәм +7 (347) 218-09-87 телефоны буйынса (9.00 - 19.00 сәғәттәрҙә, эш көндәрендә) хәбәр итергә мөмкин.
Читайте нас: