Сара Өфө дәүләт нефть техник университеты майҙансығында үткәрелде. Быйыл Башҡортостан халҡы персональ һанлы сертификат алырға һәм уны ҡулланыу буйынса уҡыу мөмкинлегенә эйә булырға тейешле биш пилот төбәк исемлегенә ингәйне. Был илдең төрлө белем биреү ойошмаларында бушлай өйрәнеү форсаты бирә. Декабрҙә бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә халыҡҡа ошо мәғлүмәтте еткерергә, ошо программала ҡатнашыуҙың өҫтөнлөктәрен аңлатырға һәм 1000 персональ һанлы сертификатты теркәргә кәрәк ине. Проект етәксеһе Руслан Ғәбиҙуллин был бурысты үтәп сығыу өсөн егәрле команда ойоштора алды, “Башҡортостан Республикаһында электрон белем биреү” ойошмалары ассоциацияһы коллективтарын йәлеп итте. Һөҙөмтәлә, Башҡортостан бөтә һалынған параметрҙарҙы үтәп сығыу буйынса алдынғы урынды биләне. – Беҙ күмәкләп тотондоҡ һәм нисек эш итеү буйынса алдан уйланылған планыбыҙ ҙа бар ине, республиканың Ректорҙар советы ултырышында ошо планды ентекле аңлаттыҡ, – ти Руслан Ғәбиҙуллин.