+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Ғинуар 2020, 19:10

Яҡшы кәйеф артынан – бассейнға!

Быйылғы Яңы йыл каникулдарында физик культура һәм спорт уйындары уҙғарыуға ҙур иғтибар бирелә. Районда ла каникулдарҙың һәр көнө ҡыҙыҡлы саралар солғанышында үтә.

Балаларҙың да, өлкәндәрҙең дә ялы күңелле генә түгел, файҙалы ла уҙһын өсөн район хакимиәтенең физик культура һәм спорт бүлеге Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе менән берлектә һәр төрлө саралар ойоштора. 6 ғинуарҙа Красноусолдағы “Еҙем” физкультура-һауыҡтырыу комплексында район беренселегенә йөҙөү буйынса “Раштыуа старттары” ярышы үтте.
Йөҙөү спортын популярлаштырыу һәм үҫтереү, көслө йөҙөүселәрҙе асыҡлау, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау маҡсатында уҙғарылған турнирҙа 70 йөҙөүсе ҡатнашты.
Спортсылар өсөн янып-көйгән көйәрмәндәр уларҙы дәртләндереп, ҡеүәтләп торҙо. Еңеүселәр һәм призлы урындар алыусылар Маҡтау грамоталары һәм миҙалдар менән бүләкләнде. Иң мөһиме: спортсылар һәм уларҙың яҡындары ярыштан яҡшы кәйеф, көс-дәрт алып таралышты.
Читайте нас: