-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Ғинуар 2020, 18:30

Яңы закондар ғәмәлгә инәсәк

Әсәлек капиталын файҙаланыуҙың тағы бер ысулы барлыҡҡа килде. Был хаҡта Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы хәбәр итте.

Күптән түгел ил Хөкүмәте “Балалары булған ғаиләләргә өҫтәмә дәүләт ярҙамы саралары тураһында”ғы Федераль закондың 10-сы статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы закон проектын хуп­ланы.

Закон проектына ярашлы, әсәлек капиталы аҡсаһын файҙаланып, торлаҡ йорт төҙөү йәки уны үҙгәртеп ҡороу мөмкинлеге булған ер участкалары исемлеге төрҙәре тағы берәү менән тулыланды. Был – баҡса ер участкалары. Бындай урындарҙа торлаҡ йорто төҙөү йәки төҙөкләндереү өсөн әсәлек капиталы аҡсаһын файҙаланырға мөмкин. Тик шуға иғтибар итергә кәрәк: закондағы үҙгәрештәрҙә һүҙ баҡса йорто (дача) түгел, торлаҡ йорт тураһында бара.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн икенсе һәм унан һуңғы тыуған бала өсөн бирелгән әсәлек капиталының дәүмәле 450 мең һумдан ашыу тәшкил итә. 2020 йылдың 1 ғинуарынан был сумма 466 мең 600 һум буласаҡ.

Белмәй ҡалмағыҙ!

Киләһе йылдан ауылда йәшәүселәр үҙҙәренең йортонда уңайлыҡтар булдырыуға аҡса юллап банктарға ташламалы кредит алыу өсөн мөрәжәғәт итә аласаҡ.

29 ноябрҙә Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев банктарҙың ауыл ерендәге өйҙәрҙе төҙөкләндереү кимәлен күтәреүгә йүнәлтелгән ҡулланыу кредиттары буйынса алып бөтмәгән килемен ҡаплау ҡағиҙәләрен раҫланы. Ил Хөкүмәте кредит ставкаһы биш проценттан артмаһын өсөн субсидиялар бүләсәк.

Шулай итеп, 1 ғинуарҙан ауылдарҙа йәшәгән граждандар вәкәләтле банктарға йортҡа электр уты, газ, һыу, канализация йәки йылылыҡ селтәре үткәреү, подряд килешеүе буйынса торлаҡты ремонтлау өсөн кредит һорап мөрәжәғәт итә аласаҡ.
Илдең күп кенә төбәктәре өсөн кредит күләме – 250 мең һум, ә Ленинград өлкәһендә һәм Алыҫ Көнсығышта был сумма 300 мең һумға тиклем тәшкил итәсәк.

Тағы ниндәй штраф һалынасаҡ?

Барығыҙҙың да хәтерендәлер, быйыл яҙ Башҡортостанда машинаны газонға ҡуйған өсөн штрафтар ғәмәлгә ингәйне. Яңы йылдан автомобилселәрҙе тағы бер штраф төрө көтә.

Ә быға һәммәбеҙҙе күптән борсоған мәсьәлә сәбәпсе. Торлаҡ кварталдары эргәһендәге контейнерҙар өсөн майҙансыҡтар, йорттарҙағы сүп-сарҙы ҡабул иткән камералар ҡуйылған подъездар алды машина менән тулған була. Һөҙөмтәлә бындай урындарға сүп-сар ташыған машиналар яҡын килә лә алмай. “Автомобилдәрҙе ҡуйырға ярамай!” тигән яҙыуҙар ҙа иғтибарһыҙ ҡала. “Контейнер майҙансыҡтарын, сүп-сар үткәргестәрҙе тулыһынса хеҙмәтләндермәү тирә-яҡ мөхиткә йоғонто яһамай ҡалмай”, – тип белдергән Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.

Бына ошо үрҙә әйтелгән хәлде үҙгәртеү өсөн, республика парламенты депутаттары штраф һалыу тураһындағы закон ҡабул итте. Ошо нормалар 2020 йылдың ғинуарында ғәмәлгә инә.

Шулай итеп, контейнер майҙансыҡтарында һәм сүп-сар үткәргестәр янында машинаһын ҡуйған граждандарға бер-ике мең һумға, вазифалы кешеләргә – 5-тән 10 мең һумға, ойошма-предприятиеларға 20-30 мең һумға тиклем штраф һалынасаҡ. Икенсе тапҡыр тәртип боҙған осраҡта иһә граждандар өсөн был сумма – өс-дүрт мең һумға, вазифалы кешеләргә – 15-20, ойошма-предприятиеларға 35-50 мең һумға тиклем тәшкил итәсәк. Тик бер иҫкәрмә бар: үрҙә әйтелгәндәр контейнер майҙансыҡтарын файҙаланыу, ипкә килтереү менән шөғөлләнгән һәм халыҡтың көнкүрешен тәьмин иткән объекттарҙа һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөү һәм башҡа кисектергеһеҙ эштәрҙе атҡарған хеҙмәттәргә ҡағылмай.

Һеҙҙең өсөн ҡыуаныс!

Рәсәй Президенты Владимир Путин ил Хөкүмәтенә әсәлек, балалыҡ институттарына даими ярҙам итеү бурысын ҡуйҙы. Шулай итеп, 1 ғинуарҙан әсәйҙәргә бәйле тағы бер закон проекты үҙ көсөнә инә.

Һүҙ – 1,5-тән 3 йәшкә тиклемге балаларын ҡарау буйынса ялда булған әсәйҙәргә өҫтәмә түләү хаҡында. Уның күләме төбәктәге бәлиғ булмаған граждандарҙың йәшәү минимумына тиң буласаҡ. Тик бер бик мөһим шарт бар: ғаиләләге һәр кешенең килеме ошо уҡ төбәктәге йәшәү минимумынан ике тапҡырҙан юғарыраҡ булмаҫҡа тейеш.
Был түләү 2020 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә инә.

Айырылышыуҙы тыясаҡтар

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары ғаиләләрҙең айырылыуына бәйле ҡайһы бер тыйыуҙарҙы индерергә тәҡдим итте. Махсус курс үтмәйенсә, балалы ғаиләләргә айырылышырға юл ҡуймаясаҡтар.

Бала хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил Ксения Мишонова Рәсәй Дәүләт Думаһында үткәрелгән “түңәрәк өҫтәл”дә ғаиләләрҙең тарҡалыуына бәйле хәлдәр хаҡында һөйләгән. Омбудсмен: “Никах тарҡалған осраҡта ата-әсәләр балаларға ҡарата йыһазды бүлешкән кеүек ҡылана: улар талаша һәм был эш хатта судҡа барып етә”, – тип белдергән.

Бына ошондай аяныслы хәлдәрҙе кәметер өсөн айырылышыу тураһында һүҙ йөрөткән ир менән ҡатынды мотлаҡ психологҡа курсҡа йөрөтмәкселәр. Белгес уларҙы балалар менән никах ваҡытында һәм унан аҙаҡ аралашырға өйрәтергә тейеш. Бынан тыш, омбудсмен психологҡа мохтаж булыуға барып етмәҫкә һәм, ғөмүмән, ғаиләләрҙе тарҡатмаҫҡа ине, тигән фекерҙә.

Күптәр, бындай законды күптән ҡабул итергә кәрәк, тигән фекерҙә. Юғиһә, байтаҡ йылдар үткәс, ҡайһы берәүҙәр ҡасандыр яһаған был хәл иткес аҙымдың хаталы икәнлеген аңлап үкенә. Улар, бәлки, шул саҡта психолог менән һөйләшһә, ғаилә лә тарҡалмаҫ, балалар ҙа ата-әсәһе бар көйө етемһерәп ҡалмаҫ ине, тигән уйҙа.
#ВладимирПутин
Читайте нас: