+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Ғинуар 2020, 21:15

“Ҡыш бабай кубогы”н кем яуланы?

Яңы йыл каникулдарындағы спорт саралары дауам итә. 6 ғинуарҙа Красноусолдағы 1-се һәм 2-се мәктәптәр базаһында урам баскетболы буйынса “Раштыуа осрашыуҙары” район турниры, 7 ғинуарҙа Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының спорт майҙансығында йәштәр араһында “Ҡыш бабай кубогына” мини-футбол ярышы үтте.

Мини-футбол һөҙөмтәләренә ярашлы “А” төркөмөндә: “Эстудеантес”-“Төньяҡ амурҙары”: 2-0, гимназия командаһы – “Төньяҡ амурҙары”: 6-0, “Эстудеантес” – гимназия: 5-0 булһа, “Б” төркөмөндә: “Барс” – Еҙем-Ҡаран ауылы командаһы: 3-1, Еҙем-Ҡаран – “Малина”: 1-1, “Барс” – “Малина”: 1-1. Матчта 1-се урынға - “Эстедуантес”, икенсегә – “Барс”, өсөнсөгә гимназия командаһы лайыҡ булды.
Шулай уҡ 7 ғинуарҙа саңғысылар район үҙәгенең иҫке телевышка янына саңғы уҙышына йыйылды. Район хакимиәтенең физик культура һәм спорт бүлеге Бөтә Рәсәй ГТО физкультура-спорт комплексы нормативтарын тапшырыуға әҙерлек сиктәрендә ойошторған сараға килгән төрлө йәштәге саңғысылар 2-нән 5 километрға тиклем оҙонлоҡтағы трассала ярышты.
Раштыуа ярыштарында кемуҙарҙан ярышҡан саңғысылар, оҫталыҡтарын арттырып, сәләмәтлектәрен нығытты, ҡышҡы хозур урманға һоҡланып, саф һауа һулап кинәнде.
Читайте нас: