+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Ғинуар 2020, 16:50

Пособиелар артты

“Демография” милли проектына ярашлы, йыл һайын реслубликабыҙҙа күп балалы, ярҙамға мохтаж ғаиләләргә социаль яҡлау саралары арттырыла.

Быйыл “Башҡортостан Республикаһының айырым закон акттарына ярашлы үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы Закон ғәмәлгә инде, тип хәбәр итә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәте.
Шулай итеп, балаларҙы тәрбиәгә алған һәм патронат ғаиләләргә билдәләнгән пособие күләме арттырылды. Законды тормошҡа ашырыу өсөн төбәк бюджетына 68 миллион һумдан ашыу аҡса һалынды. Айлыҡ пособиеның иң юғары күләме бөгөн – 11 мең 699 һум. Бер балаға иҫәпләнгән минималь пособие күләме – 6 мең 604 һум.
Республикала пособиеларҙы индексациялау даими үткәрелә. Айырыуса ул 2018 йылда һиҙелерлек артты - 16 процентҡа! Быйыл ул, үткән йылдағы кеүек, дүрт процентҡа күбәйҙе. Балаларҙың сәләмәтлек торошона, йәшәү шарттарына ҡарап та пособиеларҙың күләме үҙгәртелеүе мөмкин.
#нацпроекты
Читайте нас: