Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президенты ошо көндәрҙә Сүриәлә булды. Владимир Путиндың сәфәрендә хәүефһеҙлекте СУ хәрби самолеттары тәьмин итте. Дамаск ҡалаһындағы Рәсәй Ҡораллы Көстәре ғәскәрҙәренең команда пунктында ул Башар Асад менән осрашты. Дәүләт башлыҡтары илдең төрлө тәбәктәрендәге хәл тураһында хәрбиҙәрҙең докладын тыңланы. Рәсәй Президенты Сүриәнең территориаль бөтөнлөгөн тергеҙеүҙең һәм илдә тыныс тормош булдырыуҙың мөһимлеген билдәләне. Асад террорсылыҡҡа ҡаршы көрәштә булышлыҡ иткәне өсөн Владимир Путинға рәхмәт әйтте.