+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Ғинуар 2020, 10:55

Яңы каток асылды

Өфөнөң Октябрь районындағы унынсы спорт мәктәбе алдында яңы каток асылды.

Өфөлә 200 ашыу каток һәм боҙ ҡаласыҡтары бар. Унынсы спорт мәктәбе алдындағы катокты асыуҙа баш ҡаланың төрлө райондарынан 600 малай һәм ҡыҙ ҡатнашты.
Үткән йылдан алып төбәктә федераль «Спорт- йәшәү рәүеше» проекты тормошҡа ашырыла. Был проект бөтә балаларға төрлө спорт төрҙәре менән шөғөлләнеү мөмкинлеге бирә. Яңы йылдан республикала спорт һәм ҡышҡы уйындар киң ҡолас менән үткәрелә. Октябрь районында каток асыу тантанаһына килгән үҫмерҙәр, мәктәп уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре алдында билдәле спортсылар, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре сығыш яһаны. Йәш спортсыларға һәр кем сәмле, сәләмәт һәм маҡсатлы булып үҫеүҙәрен теләне.
Яңы асылған катокка ата-әсәләр балаларын да алып килгән. Улар бергәләшеп фигуралы шыуыу оҫталары сығышын, хоккей уйынын тамаша ҡылды, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу әҙерләгән мул күстәнәстәр менән һыйланды. Сарала ҡатнашыусыларға йылы сәй һәм ҡайнар былау ҙа әҙерләнде. Яңы йыл һыйы сараға килгән һәр кешегә бушлай тәҡдим ителде.
Читайте нас: