-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Ғинуар 2020, 17:10

Башҡортостанда тьюторҙар әҙерләү мәктәбен булдырыу планлаштырыла

Коррекцион кластарҙа үҙенсәлекле балалар менән эшләүсе белгестәр – тьюторҙар етмәй. Был мәсьәлә инвалидтар эше буйынса Координация советы ултырышында күтәрелде.

Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова:
"Тәүге осорҙа был эшкә педагогия, йә медицина колледждары уҡыусыларын ирекмән дәрәжәһендә йәлеп итергә мөмкин",- тип белдерҙе. Мәсьәләне өлөшләтә хәл итеү юлын “Әсә йөрәге” фонды тәҡдим итте. "Мөмкинлеге сикләнгән бала тәрбиәләгән ҡайһы бер ата-әсәләр үҙҙәре тьютор белемен алырға риза", - ти "Әсә йөрәге" ойошмаһы етәксеһе Гөлшат Ибраһимова. Уның әйтеүенсә, "Реабилитация өлкәһе белгесе" тигән квалификация күтәреү курстарында республика буйынса 300-ҙән ашыу ата-әсә белемен камиллаштырған да инде. Ата-әсәләр курстарҙа ЛФК, массаж эшләү алымдарын өйрәнгән, психология, гистология, фармокология буйынса, шулай уҡ юридик белемдәрен камиллаштырған.
Читайте нас: