Яңы медицина учреждениеһы төбәктең 6 ауылын хеҙмәтләндереүгә иҫәпләнгән. Әлегә тиклем эшләп килгән фельдшер-акушерлыҡ пункты 1969 йылда төҙөлгән.
Бинаның иҫкереүе һөҙөмтәһендә ул санитар талаптарға яуап бирмәй башлаған. Шуға ла яңы медицина учреждениеһын төҙөү ҡарар ителә. Һөҙөмтә оҙаҡ көтөрмәй. Һанаулы ваҡыт эсендә модулле объект сафҡа инә.
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, быйыл төбәктә 13 яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөләсәк, 72-һен яңыртыу ҡаралған.