+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Ғинуар 2020, 19:10

Әбйәлилдә һауынсы роботтар эшләй башлай

Ғинуар аҙағында "Красная Башкирия" кооперативында 6 мең 400 квадрат метрлыҡ майҙанда ошондай тәүге комплекс асыла.

Унда 12 һауынсы-робот ҡуйыла. Әбйәлил районы башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Ғәлим Солтанов әйтеүенсә, бындай ҙур майҙанлы, тент менән ябылған, роботлаштырылған ферма Рәсәйҙә берәү генә. Фермаға Даниянан 400 баш тоҡомло һыйырҙар ҡайтарылған. Уларға карантин саралары үткәрелгән, әлеге көндә быҙауҙар алыу менән мәшғүлдәр.
Проект республика хөкүмәте ярҙамы менән тормошҡа ашырыла. Бөгөн аграрийҙар һөт фермалары өсөн роботлаштырылған техника алыуға 50 процент күләмендә субсидия менән файҙалана ала.
#нацпроект
Читайте нас: