Улар һәр уҡыу йылы аҙағында республиканың иң яҡшы 10 ҡала һәм 10 ауыл белем биреү ойошмаһына тапшырыла. Радий Хәбиров Башҡортостан етәксеһенең ошо өлкәләге гранттары тураһында указға ҡул ҡуйҙы.
Документта конкурс һайлап алыуы хаҡында положение ла раҫланды. Атап әйткәндә, унда мәктәптәрҙең белем биреү хеҙмәттәрен күрһәтеү һөҙөмтәлелеген баһалау критерийҙары бар.
Гранттар биреү тәртибен билдәләү республика хөкүмәтенә йөкмәтелде.