+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Ғинуар 2020, 11:25

Милли проект балалар һаулығы һағында

Республика Башлығы Радий Хәбиров Яңы йылдың беренсе эш көнөндә “Бәйләнештә” социаль селтәрҙәге диуарында уҡыусыларҙы һәм атай-әсәйҙәрҙе тағы ла бер яҡшы яңылыҡ менән ҡыуандырҙы: мәктәптәрҙә стоматология кабинеттары асыла.

“Вәғәҙә иттек – эшләйбеҙ. Мәктәптәрҙә әле 153 стоматология кабинеты эшләй, ошо көндәрҙә тағы ла 61-ендә ремонт тамамланды. Ҡорамалдар – яңы, заманса, балалар стоматологияһының бар талаптары ла иҫәпкә алынған. Бындай сағыу һәм матур урындарҙа балалар тештәрен дауалауҙан ҡурҡмаясаҡ!” –тип яҙҙы республика Башлығы.
Балаларға стоматология хеҙмәттәре күрһәтеү “Күтәрел!” төбәк проекты сиктәрендә ойошторола. Ул үҙенә төрлө йүнәлештәге программалар комплексын туплай. Төп маҡсат – сығарылыш уҡыусылары араһында көнәркәшлекте үҫтереү.
#нацпроекты
Читайте нас: