+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Ғинуар 2020, 11:05

Стратегик партнерлыҡ һөҙөмтәһе

Истанбулда “Төрөк ағымы” газ үткәргесен асыу тантанаһы булды.

Сарала Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм Төркиә етәксеһе Рәжәп Тайип Эрдоган ҡатнашты. Улар менән бергә символик вентилде Болгария Премьер-министры Бойко Борисов һәм Сербия Президенты Александр Вучич асты.
Тантанала сығыш яһап, Владимир Путин “Төрөк ағымы” проектын уңышлы тормошҡа ашырыу Рәсәй менән Төркиә араһындағы стратегик партнерлыҡтың мөһим һөҙөмтәләре тураһында һөйләй, тип билдәләне. “Рәсәй менән Төркиә араһындағы бәйләнеш бөтә өлкәләрҙә тиерлек эҙмә-эҙлекле үҫә; донъялағы ҡатмарлы хәлгә һәм ҡайһы бер халыҡ-ара уйынсыларҙың илдәребеҙ араһындағы үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлекте киңәйтеүгә аяҡ салырға маташыуына ҡарамаҫтан, эш үҙ яйы менән бара”, – тине Рәсәй Президенты.
Тантанаға тиклем Рәсәй һәм Төркиә башлыҡтарының ябыҡ тәртиптәге һөйләшеүе булды. Кремлдән хәбәр итеүҙәренсә, Владимир Путин менән Рәжәп Тайип Эрдоган артабанғы хеҙмәттәшлек мәсьәләләре, Сүриә менән Ливиялағы хәл буйынса фекер алышты.
#ВладимирПутин
Читайте нас: