Заманса учреждение малай-ҡыҙҙарҙың ижади һәләттәрен үҫтерер һәм уларға хәүефһеҙ шарттар булдырыусы ҡоролмалар менән йыһазландырылған. Балалар баҡсаһы төбәктә уңышлы ғәмәлгә ашырылған 100 йыллыҡҡа – 100 объект программаһы сиктәрендә төҙөлгән.
Урындағы халыҡ был ваҡиғаны ике тиҫтә йыл көтөп алған, әлегә тиклем ауылда мәктәп ҡарамағындағы иҫке балалар үҙәге генә булған.
Музыка залы, түңәрәктәр ойошторор өсөн кабинеттар, иркен йоҡо бүлмәләре һәм киң ашхана. Учреждение майҙаны тулыһынса видеокүҙәтеү ҡоролмалары менән йыһазландырылған. Мәктәпкәсә уҡытыу программаһының төп өлөшө балалар баҡсаһында уйын формаһында өйрәтеләсәк.
Ике ҡатлы балалар баҡсаһы төҙөлөшөнә 188 млн һум аҡса бүленә. Республика бюджетынан тыш объект төҙөлөшөнә федераль үҙәктән дә сығымдар йәлеп ителә.
200 малай-ҡыҙға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы республиканың 100 йыллыҡ юбилейы программаһы сиктәрендә сафҡа инә. Былтыр ғына Башҡортостанда 21 яңы мәктәпкәсә учреждение ишектәре асылһа, быйыл был күрһәткес өс тиҫтәнән ашыу булыр тип көтөлә.