Бауыры сирлеләргә гемодиализ процедураһы бик мөһимлеген яҡшы беләбеҙ, пациенттарға аҙнаһына бер нисә тапҡыр дауаханаға барырға тура килә. Тап ошо гемодиализ клиникаларында яһалма интеллект һынау үтә лә инде. Ул табип-эксперттар фекеренә таянып, һәр пациентҡа, уларҙың тәжрибәһен ҡулланып, дауалау билдәләй. Табип яһалма интеллектҡа мөрәжәғәт итеүҙе кәрәкле тип тапһа, программа уға кәңәш бирә, ә уның менән файҙаланырғамы, юҡмы икәнлеген белгес үҙе хәл итә, сөнки бөтә яуаплылыҡ уның өҫтөндә.
Программа өҫтөндә йыл буйы эшләгәндәр. Интеллектуаль алгоритмдар терапияның яраҡлы стратегияһын туғыҙ мең яҙма эсенән һайлап алырға ярҙам итә, 50 параметр буйынса анализ үткәрә. Һөҙөмтәлә дауалау сифаты, төпкөлдәрҙә сифатлы медицина ярҙамынан файҙаланыу яҡшырасаҡ.