+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Ғинуар 2020, 02:00

Субсидия ярҙамы өс төргә бүленә

Яңы йылдан Рәсәйҙә ауыл сәнәғәте комплексына ярҙам итеү алымдары үҙгәрҙе.

Хәҙер ауыл хужалығын компенсациялаусы һәм ҡеүәтләндереүсе субсидиялар өс төргә бүленә – үҫемселеккә бәйләнмәгән (гектарға ярашлы) ярҙам, һөт тармағына субсидия, берҙәм төбәк субсидияһы. Былтыр ноябрь аҙағында Рәсәй Хөкүмәте тарафынан ошондай ҡарар ҡабул ителгәйне. Илдең Ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, бүлеп күрһәтелгән ярҙам үҫемселек һәм малсылыҡ тармаҡтарын айырым финанслауға, шулай уҡ ауыл сәнәғәте комплексының өҫтөнлөклө тармаҡтарын дәртләндереүгә, хужалыҡ итеүҙең бәләкәй төрҙәрен үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк. Компенсациялаусы субсидия үҫемселекте һәм малсылыҡты үҫтереү маҡсатында илдең бөтә төбәктәренә үткән йыл күрһәткестәренән сығып бүленә. Быйыл уны илдең 84 төбәге аласаҡ. Ошо маҡсатҡа федераль бюджеттан 34,2 миллиард һум аҡса бүлеү ҡаралған. Ҡеүәтләүсе субсидия ауыл сәнәғәте комплексындағы өҫтөнлөклө тармаҡтарҙы билдәләгән төбәктәргә бүленә. Ул сираттағы финанс йылы күрһәткестәре әһәмиәтенән сығып, планлы нигеҙҙә формалаша. Был субсидияны алыуҙа 81 төбәк ҡатнаша, ошо маҡсатта федераль бюджеттан 27,1 миллиард һум бүленә. Ауыл хужалығына күрһәтелгән был ярҙам Владимир Путиндың май указдарын үтәүгә, йәғни “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам”, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам”, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекттарын бер юлы бойомға ашырыуға булышлыҡ итәсәк.
#нацпроекты
Читайте нас: