+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Ғинуар 2020, 11:00

Тәртип урынлаштырыу дауам итәсәк

Республика Башлығы Радий Хәбиров төбәктә эш башлағандың тәүге көнөнән үк транспорт өлкәһендә тәртип урынлаштырыуға ныҡлап тотондо.

“Йәмәғәт транспортында тәртип урынлаштырыуға һалған көсөбөҙҙө халыҡ күрә башланы. Декабрҙә уҙғарылған һорау алыуҙа ҡатнашҡан Өфө халҡының 58 проценты транспорттың тышҡы торошо менән ҡәнәғәт булыуын белдерҙе. Тормошобоҙҙан “ҡолаҡлы”, кузов башында газ баллонлы ПАЗ-дар юғалды, бер төрҙә биҙәлгән маршрут автобустары модаға инде, дәүләт һәм шәхси автобус паркы күпкә күркәмләнде. Пассажирҙарҙың 37 проценты аҡсалата иҫәпләшеүҙән картаға күсте (“Алға” картаһы һәм ҡәҙимге банк карталары). Автобустар һанын арттырыу буйынса артабан да эшләйәсәкбеҙ, граждандарҙың 63 проценты йәмәғәт транспорты етешмәй тип белдерҙе”, – тип яҙа республика Башлығы Радий Хәбиров “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге сәхифәһендә.
Әйткәндәй, транспорт блогы буйынса һорау алыуҙы Контроль-иҫәп палатаһы уҙғарған. Унда 3276 кеше ҡатнашҡан, уларҙың 72 проценты аҙнаһына кәмендә ике тапҡыр йәмәғәт транспорты менән файҙалана, 97 проценты автобустарҙа йөрөй.
Йәмәғәт транспорты эшен яйға һалыу - граждандарҙың юлдағы хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙәге төп йүнәлештәрҙең береһе. Ил Президенты Владимир Путиндың “май” указдарын бойомға ашырыу йәһәтенән ҡабул ителгән “Хәүефһеҙ юлдар” милли проекты нәҡ ошо маҡсатты күҙ уңында тота. Шуға ла республиканы яңы автобустар менән тәьмин итеү - милли проектты бойомға ашырыу юлындағы ныҡлы аҙымдарҙың береһе.
#нацпроекты
Читайте нас: