-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Ғинуар 2020, 15:55

Башҡортостанда заманса транспорт системаһы булдырыла

Системаға юл хәрәкәтен күҙәтеү һәм идара итеү үҙәге, автоматлаштырылған контроль ҡоролмалары инә.

Төп маҡсат - юлдарҙа хәүефһеҙлек тәьмин итеү, тәртип урынлаштырыу. Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Тимур Мөхәмәтйәнов әйтеүенсә, 5 йыл һуҙымында 160 юл хәрәкәте менән автоматлаштырылған идара итеү системаһы йәки "аҡыллы" светофор ҡуйыласаҡ. Система тәүҙә Өфө ҡалаһы һәм уға яҡын райондарҙа һынау үтә. Республика Башлығы Радий Хәбиров был проект мөһим һәм кәрәкле тип белдерҙе.
#нацпроекты
Читайте нас: