+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Ғинуар 2020, 10:50

Өҫтөнлөклө бурыстар билдәләнде

Аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республика Башлығы Радий Хәбиров быйыл Башҡортостан Хөкүмәте эшендәге өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе билдәләне.

Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән 2020 йыл Хәтер һәм дан йылы тип иғлан ителде. Ошоға бәйле Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына әҙерләнеүгә айырым иғтибар бирергә кәрәк.
Бынан тыш, Радий Хәбиров вице-премьер – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляевҡа республикала иғлан ителгән Зауыҡлы биләмәләр йылы нигеҙендә һөҙөмтәле эште ойоштороу бурысын йөкмәтте.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указын һәм халыҡтың тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән күләмле милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу Башҡортостан Хөкүмәте эшмәкәрлегендә мөһим йүнәлеш булып ҡала. Республика етәксеһе шулай уҡ 18 июлдән 2 авгусҡа тиклем республикабыҙҙа донъя кимәлендәге мәҙәни ваҡиға – VI Бөтә донъя фольклориадаһы уҙғарылыуы тураһында ла иҫкәртте. Ул юғары кимәлдә үтергә тейеш.
#ВладимирПутин
Читайте нас: