Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы республиканың Милли архивы һәм Милли музей менән берлектә сығарған тағы ла бер китап – «Башкирские войска Красной Армии на защите Петрограда. 1919 год». Азат Ярмуллиндың был китабында башҡорттарҙың нисек итеп Петроградты һаҡлауҙары тураһында яҙылған. Китап йәш Башҡорт Совет Республикаһының 100 йыллығына – 1919 йылдың көҙөндә Петроградты генерал Н.Н.Юденич ғәскәрҙәренән обороналауға арналған. Унда офицер И.Слатиндың яҙмаларынан өҙөктәр һәм ҡыҙыҡлы факттар, фотолар, башҡорт ғәскәрҙәренең РККА-ның 7-се армияһы составындағы хәрби хәрәкәттәре тураһында тарихи документтар тупланған. Шулай уҡ китапта Башҡорт Республикаһының барлыҡҡа килеүе, Петроград янындағы ҡаты алыштар хаҡында ла мәғлүмәттәр бар.