+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Ғинуар 2020, 17:05

Киләсәгебеҙ демографик хәлгә бәйле

15 ғинуарҙа Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһаны.

Был – ил башлығының 16-сы мөрәжәғәтнамәһе. Традиция буйынса илдәге социаль, иҡтисади хәл-торош һәм алдағы бурыстар барланды.
В.Путин Федераль Йыйылышҡа беренсе тапҡыр йыл башында мөрәжәғәт итте.
- Беҙгә иҡтисади, социаль өлкәләрҙәге проблемаларҙы тиҙ арала хәл итергә кәрәк. Йәмғиәт үҙгәрештәр көтә, конкрет эштәр өсөн кешеләр үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ алырға әҙер, - тип белдерҙе ил етәксеһе.
Мөрәжәғәтнамәнең башында уҡ В.Путин демография мәсьәләләренә туҡталып, 2020 йылдан балалы ғаиләләргә социаль ярҙамдың яңы төрҙәре ғәмәлгә инәсәк, тине. Уларҙың араһында 2020 йылдың 1 ғинуарынан уҡ килеме бер кешегә йәшәү минимумы дәүмәленән артмаған ғаиләләрҙәге балаларға айлыҡ түләүҙәрҙе 3 йәштән 7 йәшкә тиклем түләү һәм башҡалар бар.
#ВладимирПутин
Читайте нас: