Ҡаланың Дудоров урамында ошо көндәрҙә янғын сыҡҡан. Бәхеткә күрә, кешеләрҙе ҙур бәләнән пенсия таратып йөрөүсе почтальон ҡотҡарған. Ул беренсе подъездың төтөнгә тулыуын күргән, шунан икенсе ҡатта янғын башланыуын аңғарып ҡалған. Борсоулы тауыштар ҙа ишетелгәс, Эльвира ханым оҙаҡ уйлап тормаған, подъездға ташланған. Баҫҡыстар буйлап йүгереп йөрөп фатир ишектәрен ҡаҡҡан, кешеләрҙе урамға сығырға саҡырған. Шулай уҡ, фатирҙарҙың береһендә ауыр сирҙән яфаланған оло йәштәге апайҙың булыуын иҫәпкә алып, уның телефонына шылтыратҡан, йыйынырға ҡушҡан. Унан йортта йәшәүселәр менән берлектә электр утын һүндергәндән һуң, әлеге пенсионерға тышҡа сығырға ярҙам иткән. Йорттоң щиттарҙан төҙөлөүен һәм ағас конструкцияның күптән иҫкергәнен иҫәпкә алғанда, ут ҙур тиҙлек менән йортто ялмап алыр ине. Ҡотҡарыусылар әйтеүенсә, Эльвира Шәйәхмәтованың ваҡытлы һәм урынлы ғәмәлдәре егерменән ашыу кешенең, шул иҫәптән 7 баланың ғүмерен ҡотҡарған. Ҡыйыу йөрәкле почтальон дәүләт наградаһына тәҡдим ителгән, шулай уға Рәсәй Почтаһының корпоратив наградаһы тапшырыласаҡ.