+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Ғинуар 2020, 11:15

"Ауыл тренеры" программаһына ярашлы

Башҡортостан Хөкүмәте ауылдарҙа, ҡасабаларҙа һәм 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаларҙа спорт әҙерлеге программаларын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашҡан тренерҙарға бер тапҡыр бирелә торған компенсация түләү тәртибен раҫланы.

Был йүнәлеш “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә ҡаралған "Ауыл тренеры" программаһына ярашлы тормошҡа ашырыла.
– Программаны йыллыҡ финанслау күләме 60 миллион һум тәшкил итәсәк, — ти йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов. — Документты Рәсәйҙең Спорт министрлығы менән берлектә әҙерләнек. Хәҙер улар, беҙҙең проектты нигеҙ итеп алып, федераль кимәлдә лә ошондай документ әҙерләй башлай. Бөгөнгө көндә Рәсәйҙә тап ауыл тренеры буйынса бындай тәжрибә юҡ. Беҙ беренсе киләбеҙ.
Руслан Хәбибов әйтеүенсә, тренер район хакимиәте менән бер тапҡыр бирелә торған түләү тураһында килешеү төҙөгәндән һуң биш йыл ошо килешеүҙә ҡаралған урында эшләргә йөкләмә ала.
Башҡортостан Спорт министрлығының һуңғы мәғлүмәттәренә ярашлы, хәҙер ауылда эшләү өсөн 131 тренер кәрәк. Ауыл райондарында талап ителгән спорт төрҙәре иҫәбендә — йөҙөү, спорт көрәше һәм көрәш.
#нацпроекты
Читайте нас: