+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Ғинуар 2020, 11:50
Ҡайһы ғаиләләр 250 мең һум аҡса аласаҡ?
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республикала бушлай ер алыуға хоҡуҡлы күп балалы, инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләр ер урынына бер тапҡыр бирелеүсе 250 мең һум күләмендә аҡса аласаҡ.
Был үҙгәрештәр “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы законға индерелгән. Компенсация кешеләрҙең ризалығы менән генә биреләсәк. Һәр ғаилә үҙе һайлаясаҡ - ерме, аҡсамы.
Парламент Рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, аҡсалата түләү ғаиләләр өсөн яңы мөмкинлектәр аса. "Демография" милли проектын тормошҡа ашырыуҙа уның тәьҫирле булыуы ихтимал.
#нацпроекты
Читайте нас:
Новости партнеров
Синоптиктарға ышанырғамы, Рәйес бабайғамы?
“Җиде бала үстек әткәй белән...”
О чём говорят немые колонны Уфы