+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Ғинуар 2020, 11:25

Илдә яңы Премьер-министр

Шулай итеп, кисәге көндән илдә яңы Премьер-министр. Ул – Михаил Мишустин.

Ил башлығы Владимир Путин ошо туралағы указға ҡул ҡуйҙы. Ә уға тиклем Дәүләт Думаһы депутаттары етәксенең кандидатураһын раҫлағайны. “Берҙәм Рәсәй”, ЛДПР һәм “Ғәҙел Рәсәй” уның яҡлы булды. КПРФ тауыш бирмәй ҡалды.
Парламенттың түбәнге палатаһы спикеры Вячеслав Володин шуға иғтибар итте: депутаттар беренсе тапҡыр премьер-министр вазифаһына дәғүә иткән кандидатура өсөн ҡаршы булманы. 383 депутат уны яҡлап тауыш бирҙе, 41 кеше тауыш бирмәне.
Шулай ҙа рекорд ҡуйылманы. 2008 йылда был вазифаға Владимир Путин дәғүә иткән саҡта 392 депутат ыңғай тауыш биргәйне.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Дмитрий Медведев етәкселегендәге Хөкүмәт отставкаға китте. Дмитрий Анатольевичҡа Именлек Советына эшкә күсергә тәҡдим ителде.
#ВладимирПутин
Читайте нас: