+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Ғинуар 2020, 11:10

"Йәшел аҙна" халыҡ-ара күргәҙмәһе башлана

Бөгөн Берлинда 85-се Халыҡ-ара “Йәшел аҙна – 2020” күргәҙмә-йәрминкәһе эш башлай.

26 ғинуарға тиклем дауам итәсәк сарала Рәсәйҙең 18 төбәге ҡатнашасаҡ. Улар араһында Башҡортостан да бар.
Былтыр был сарала 400 мең самаһы кеше ҡатнашҡан, 61 ил үҙ экспозицияһын ҡуйған. Быйыл бөтә илдән 1800 экспонент ҡатнашыуы көтөлә. Күргәҙмә сиктәрендә 300 техник конференция үтәсәк.
Рәсәй етештереүселәренең ҙур күләмле экспозицияһы “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының стратегик башланғыстарын тормошҡа ашырыуға ярҙам итәсәк.
“Йәшел аҙна”ла төрлө илдәр аҙыҡ-түлек сәнәғәте, ауыл хужалығы һәм баҡсасылыҡ өлкәһендәге юғары уңыштарын күрһәтәсәк. Рәсәй Федерацияһы 5 мең квадрат метр майҙанлыҡ дөйөм экспозиция тәҡдим итәсәк. Уны Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы менән Рәсәй экспорт үҙәге ойошторасаҡ.
Башҡортостандан барасаҡ делегацияны республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов етәкләйәсәк. Үҙ тауарҙарын “Башҡортостан продукты”, “Пышка”, “Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты”, “Рус игене”, “Турбаҫлы бройлеры”, “Башспирт” кеүек Башҡортостандың ҙур компаниялары тәҡдим итәсәк.
Был предприятиеларҙың барыһы ла ресторан зонаһы эшендә лә ҡатнаша аласаҡ. Унда гастроном саралары һәм дегустациялар үтәсәк. Шулай уҡ "Russian Food Market" зонаһы эшләй, бында һәр теләгән кеше Рәсәй компаниялары етештергән тауарҙы һатып ала аласаҡ. Экспозиция эше ҙур концерт программаһы менән бергә барасаҡ.
#нацпроекты
Читайте нас: