+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Ғинуар 2020, 15:45

План арттырып үтәлгән

Башҡортостанда ауыл хужалығы тауарҙарын ситкә һатыу планы арттырып үтәлгән.

Федераль таможня хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 2019 йылдың 1 декабренә 92 миллион ярым долларлыҡ аҙыҡ-түлек ситкә һатҡан. Был күҙалланғандан юғарыраҡ күрһәткес. Республиканың ауыл хужалығы тауарҙары Бойондороҡһоҙ дәүләтттәр берләшмәһе илдәренә, Төркиә, Иран, Монголия һәм Балтика буйына һатыла.
«Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проектына ярашлы, экспортлаусыларҙы дәртләндереү һәм уларға булышлыҡ итеү маҡсатында республика программаһы ҡабул ителгән. Былтыр проектта 39 предприятие ҡатнашҡан.
#нацпроекты
Читайте нас: