+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Ғинуар 2020, 23:20

Путин яңы вазифа тураһындағы закон проектын тәҡдим итте

Дәүләт Думаһының мәғлүмәттәр базаһында Рәсәй Президенты тарафынан тәҡдим ителгән Именлек советы рәйесе урынбаҫары вазифаһын булдырыу тураһындағы закон проекты барлыҡҡа килде.

Уға аңлатманан күренеүенсә, был вазифаны биләгән кеше Рәсәй Федерацияһы Именлек советының даими ағзалары иҫәбенә инәсәк. Бынан тыш, документ Совет рәйесе урынбаҫарын тәғәйенләү һәм бушатыу тәртибен билдәләй.
Мәғлүм булыуынса, ошо көндәрҙә Владимир Путин үҙенең Указы менән Дмитрий Медведевты Премьер-министр вазифаһынан бушатып, уны Рәсәй Именлек советы рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләргә тәҡдим иткәйне.
#ВладимирПутин
Читайте нас: