-9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ғинуар 2020, 17:15

Мәҙәниәт йорттарына - автоклубтар

Республиканың биш районы автоклублы буласаҡ. Мобиль мәҙәни комплексты быйыл Баймаҡ, Йылайыр, Ҡариҙел, Нуриман һәм Тәтешле райондары аласаҡ.

Уны һатып алыу өсөн 23 миллион һумдан ашыу субсидия бүленә, уның 20 миллион һумы – федераль бюджеттан.

Был “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеү өсөн махсус автотранспорт һатып алыуға субсидиялар республика Башлығы Радий Хәбиров бойороғо буйынса бүленгән.

Был мәҙәни комплекста сәхнәнән башҡа барлыҡ кәрәкле йыһаздар ҙа урынлаштырылған. Автоклубтар мәҙәниәт йорттары булмаған ауылдарҙа күсмә концерттар үткәрергә мөмкинлек бирәсәк.

#нацпроекты

Читайте нас в